Ауылдың үҫеше буйынса генераль планға төҙәтмәләр индереү тәҡдимен урындағы халыҡ ҙур хафаланыу менән ҡабул итте. Проектта республика әһәмиәтендәге юл һалыу һәм 12 гектар майҙанда зыярат өсөн ер бүлеү тураһында һүҙ бара. Йәмәғәт тыңлауҙарында тәҡдимдәрҙең береһе лә хуплау тапманы.
Ауылға терәтеп зыярат өсөн ер бүлеү һәм күп һыҙатлы юл һалыу башланғысы урындағы халыҡта хуплау тапманы. Шуға күптәр йәмәғәт тыңлауҙарында үҙ ҡарашын белдереп ҡалырға ашыҡты. Шамонин экологик яҡтан таҙа урында урынлашҡан, шулай ҡалырға тейеш, тигән фекер белдерҙе улар.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, Шамонин тирәһендә ер аҫты һыуҙары яҡын урынлашҡан. Күп кенә йорттарҙың баҙы һаман һыу аҫтында. Зыяратҡа ер бүлеү тураһындағы проектта, был күренеш бөтөнләй иҫәпкә алынмаған, тип билдәләй йыйылышҡа килеүселәр.
Әммә ауыл булғас, мәрхүмдәр төйәгенә лә ихтыяж бар. Мәсьәләне хәл итеү юлын табыу маҡсатында урындағы мосолман мәхәлләһе ағзалары урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт иткән булған. Шул нигеҙҙә проект әҙерләнгән.
Ауыл халҡы араһында бәхәскә юл асҡан мәсьәлә – юл төҙөлөшө. Генераль планға тәҡдим ителгән төҙәтмәләр проекты буйынса Шамонинға терәтеп тигәндәй республика әһәмиәтендәге күп һыҙатлы юл һалыу ҡарала. Ул Рус Юрмашы менән Охлебинин ауылдарын тоташтырырға тейеш. Урындағы халыҡ яңыһын төҙөргә кәрәкмәй, эргәлә генә Иглин районы аша иҫкеһе үтә, тигән ҡарашта.
Яңы юл Шамонин ауылы эргәһендәге мөхиткә кире йоғонто яһаясаҡ тигән ҡараш бар, урындағы халыҡта. Таулы ерҙә ҡатнаш урманды ҡырҡырға, еләклектәрҙе юҡҡа сығарырға тура киләсәк. Әле шул урындан спорт федерацияларының талаптарына яуап биргән саңғы трассаһы үтә.
Халыҡ фекерен тыңларға урындағы етәкселәр ҙә саҡырылды. Ауылдаштар дәррәү рәүештә үҙ фекерен белдерҙе. Проектта зыярат 12 гектар майҙанға, 30 мең ҡәберлек өсөн иҫәпләнгән. Шул ваҡытта Рус Юрмашы ауыл биләмәһенә ингән 6 ауыл халҡы был һандарҙан күпкә аҙыраҡ.
Шамонинда иһә, тулы экспертиза үткәреү яҡлы, шул иҫәптән санитар нормалар үтәлеп, үтәлмәүе лә етди иғтибарға алынырға тейеш. Урындағы халыҡ фекеренсә, әлегә тиклем ауылда ер аҫты һыуҙары кимәле бөтөнләй тикшерелгәне булмаған.
Халыҡта, үлеләрҙең ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел, тигән әйтем бар. Шуға генераль планға тәү сиратта Шамонин ауылында йәшәүселәрҙең мәнфәғәтенән сығып төҙәтмәләр индерелергә тейеш, тип билдәләнде йыйылышта.
Рафиҡ Әхмәтшин




