Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына 100 йыл

Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, тыуған ауылы Күсейҙә, геройҙың исемен мәңгеләштереү, уның ҡаһарманлығын данлау маҡсатында күләмле сара үтте. Тантана хаҡында киләһе яҙмала.

Тәфтизән Миңлеғолов бала саҡтан ат йәнле булып үҫә, һыбай йөрөү буйынса уға еткәткәндәр булмай. Бөйөк Ватан һуғышында ла 19 йәшлек егет легендар 112 -се Башҡорт кавалерияһы дивизияһына эләгә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн вафатынан һуң «Алтын йондоҙ» миҙалы, Ленин ордены тапшырыла, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Тыуған ауылында геройҙың исемен мәңгелләштереү йәһәтенән бюст урынлаштырылған, таҡтаташ ҡуйылған, Тәфтизән Миңлеғолов исемендәге музей эшләп килә.100 йыллыҡ юбилейы уңайынан Күсейҙә һәм Баймаҡ районында төрлө саралар үтә.

Тәфтизән Таһир улының Күсейҙә яҡын туғандары йәшәй. Ике туған ҡустыһы Ғиниәт Игебаев етенсе тиҫтәне ваҡлай. Ул ағаһы тураһында ишетеп үҫкән хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловҡа арналған сара мәҙәниәт йортонда дауам итте. Унда район хакимиәте башлығы Ф.Әминев, ветерандар советы рәйесе К.Әхмәтова урындағы йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Тантананы ансамблдәрҙең концерт номерҙары биҙәне. Сара сиктәрендә Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил райондары һәм Күсей ауылы егеттәр командалары араһында «Ылаҡ» уйыны, ат сабышы уҙғарылды.

Фото №1 - Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына 100 йыл
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ