Башҡортостан профсоюздары 100 йыллығын билдәләй

Тарихи дата айҡанлы республикаға илдең төрлө төбктәренән профсоюз ойошмалары етәкселәре килде.

Ҡунаҡтар бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшмәкәрлеге менән танышты, музейҙа булды, Парламент рәйесе Константин Толкачев менән осрашты.

Ултырышта һүҙ Башҡортостандың ҡануниәт системаһы, профсоюз ойошмаһының закондар ҡабул итеүгә индергән өлөшө хаҡында барҙы. Унда билдәләнеүенсә, был хәрәкәттең башланғысы уҙған быуатҡа барып тоташа. Ойошма ябай эш кешеһен, хеҙмәтсәндәрҙе яҡлау маҡсатында формалаштырыла.

Профсоюздар йылдар үткәс тә үҙ маҡсатына тоғро ҡала, әлеге заманда ла улар төрлө учреждениеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу буйынса эш алып бара. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел, әлеге көндә эшҡыуарҙар менән профсоюздар араһында хеҙмәттәшлек тейешле кимәлдә түгел. Шуға күрә лә киләсәктә эшмәкәрлекте киңерәк йәйелдереү талап ителә.

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтар Башҡортостан профсоюз ойошмаһының уңышлы эш алымдарын һәм уларҙы таратыу кәрәклеген дә билдәләне. Улар фекеренсә, республикалағы хәрәкәт бар тармаҡтарҙа ла һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып бара, ҡануни башланғыстар менән дә сығыш яһай.

Фото №1 - Башҡортостан профсоюздары 100 йыллығын билдәләй

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ