Башҡортостан студенты көрәш буйынса донъя чемпионы исемен яуланы

Татарстанда үткән билбау көрәше буйынса чемпионатта Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттарына етеүсе булманы. Юғары уҡыу йортоноң урман хужалығы һәм агротехнология факультеты студенты Рәзил Шәбиев 70 килограмм ауырлыҡта донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.

Шулай уҡ Артур Зөлҡәрнәев менән Айнур Сыртаев та кәүҙә ауырлығында алтын миҙал менән бүләкләнде. Бөгөн университет данын яҡлаусыларға уҡыу йорто етәкселегенән Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Фото №1 - Башҡортостан студенты көрәш буйынса донъя чемпионы исемен яуланы

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ