Башҡортостан Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы быйылғы ҡабул итеү кампанияһы мәсьәләһе буйынса фекер алышты. Ултырыш Башҡорт дәүләт медицина университетында уҙҙы. Совет рәйесе, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, төп маҡсат - абитуриенттарҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыу.
Быйыл республика юғары уҡыу йорттарында 13 мең ярым бюджет урыны булдырыла. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса уҡырған инергә теләгән абитуриенттарҙан ғаризалар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә.




