Башҡортостанда халыҡҡа электрон хеҙмәттәр менән файҙаланырға өйрәтәләр. Бөгөн республикалағы 10 Йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә курстар ойошторола. Белгестәр халыҡҡа табипҡа, балалар баҡсаһына йәки мәктәптә электрон тәртиптә яҙылыу мөмкинлектәре менән таныштыра. Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә пенсионер, эшһеҙҙәр йәки төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙалана ала.







