Капиталь ремонт өсөн льготалар автоматик рәүештә тәғәйенләнә. Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа ошоға бәйле закон проектын ҡабул итте. Оло йәштәгеләр һәм инвалидтар капиталь ремонт өсөн түләүҙә ташламаға эйә. Закон проектына ярашлы, тиҙҙән льгота алыу өсөн документ юллап йөрөргә кәрәкмәй. Ташлама автоматик рәүештә тәғәйенләнәсәк.







