Әбйәлил егете – донъя чемпионы! Татарстанда атта көрәш төрө буйынса донъя чемпионаты үтте. Бәйгелә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Татарстан, Башҡортостан һәм Ҡалмыҡ республикаларынан, Алтайҙан спортсылар көс һынашты. Башҡортостан йыйылма командаһы составында сығыш яһаған Ғәлим Яуынбаев 90 килограмм ауырлыҡ категорияһында беренсе урын яулап, донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.”Әбйәлилгә, республикама еңеү алып ҡайтыуыма шатмын!”, - тип уртаҡлашты беҙҙең радио менән спортсы.




