Быйыл 1 сентябрҙән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү яңыса була. Күп фатирлы йортта йәшәүселәр күпме тотонған, шунса иҫәпләшә. Бындай торлаҡта мотлаҡ һыу һәм электр счетчиктары булыуы шарт. Башҡортостан Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александра Авдеева аңлатма бирә.
1 июлдән коммуналь хеҙмәттәр өсөн тариф арта. Башҡортостанда түләү яҡынса 4 ярым процентҡа күберәк була.







