Бөгөн “Өфө” аэропортынан төбәк-ара даими осоштар 23 йүнәлеш буйынса ойошторолған. Эске рейстарҙың 65 проценты тура бәйләнештәргә тура килә. 14 йүнәлеш федераль, 7-һе - республика ҡаҙнаһынан субсидиялана. Һауа транспорты федераль агентлығы быйыл Өфөнән тағы 22 маршрут буйынса авиарейстарҙы финанслау тураһында белдерә. Йыл дауамында ошондай маршруттар илдең 15 ҡалаһына планлаштырыла. Екатеринбург, Пермь һәм Новосибирск аэропорттарынан Өфөгә осоштар яһаусы компаниялар ҙа бюджет ярҙамы аласаҡ.







