Яҡуттар сәләмәт тормош яҡлы. Бөгөн республика парламенты пленар ултырышында Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон ҡабул ителде. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, бындай ҡанун беренсегә ҡабул ителә. Айырым алынған биләмәлә “Ҡоро закон” индереү һынау рәүешендә була. “Халыҡ фекерен әйтте. Беҙ хупланыҡ. Иҫерткес эсемлектәрҙе сикләү һөҙөмтә биреренә ышанабыҙ”, - ти Көйөргәҙе район Советы секретары Әхәт Исламғолов.







