«Микроген» фәнни-етештереү берекмәһенең Шишмә районы Горный ауылында урынлашҡан «Лаборатория хайуандары питомнигы» етәксеһенә ҡарата сысҡан сәсәге таралыуға юл ҡуйған өсөн ошондай ҡарар сығарылған.
Рәсәй Именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, ғәйепләнеүсе вазифаһын файҙаланып ветеринар танытмаһыҙ һәм санитар нормаларҙы боҙоп, фәнни тикшеренеүҙәр уҙғарыуға аҡ сысҡандар һатып ала.
Һөҙөмтәлә лабораторияла сысҡан сәсәге ауырыуы тарала һәм 29 мең сысҡанды юҡ итергә мәжбүр булалар. Предприятиеға 4 миллион 700 мең тирәһе матди зыян килтерелә, эшмәкәрлек 2018 йылдың июленән ноябргә тиклем туҡтатыла.
Үткән аҙнала Шишмә районы суды тарафынан ойошма етәксеһе ғәйепле тип табыла. Рәсәй Енәйәт Кодексының «Вәкәләттәрҙе арттырыу» статьяһына ярашлы, уға 5 йылға һынау срогы менән шартлы хөкөм ҡарары сығарылған. Шулай уҡ ғәйепләнеүсе «Микроген» фәнни-етештереү предприятиеһына тулыһынса матди зыянды ҡапларға тейеш.
Рәмзиә Кәримова




