Өфөлә республика киберспорт лигаһының йәштәр турниры ойошторолдо

Күләмле ярыш февралдә старт алғайны, һайлап алыу этаптарында Өфөнән һәм Стәрлетамаҡтан дүрт йөҙгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Финалға өс дисциплина буйынса икешәр иң яҡшы команда үткән, һәр ҡайһыһында бишәр киберспортсы.

Компьютер уйынында еңер өсөн команда менән берҙәм булырға, һәр аҙымды уйлап-һөйләшеп эшләргә кәрәк. Мин үҙем етенсе йыл был спорт төрөн үҙләштерәм, хыялым да бар – ил, халыҡ-ара кимәлдәге турнирҙарға сығып, билдәле киберспортсы булыу.

Никита Шамин, турнирҙа ҡатнашыусы

Киләһе миҙгелдән Өфөләге турнир географияһы киңәйә. Беҙгә Силәбе менән Ҡазан командалары ҡушылырға теләк белдерҙе. Көсөргәнешле уйындар көтөлә.

Марат Ханов, Башҡортостандың Электрон спорт федерацияһы рәйесе урынбаҫары

Турнирҙы ойоштороусылар булараҡ Башҡортостандың электрон спорт федерацияһы менән «Яңы кешеләр» фирҡәһе сығыш яһаны. Әйткәндәй, йыл башында Дәүләт думаһында Рәсәйҙә компьютер спортын үҫтереү буйынса эшсе төркөм булдырылғайны. Уның етәксеһе, депутат Әмир Хәмитов билдәләүенсә, был йүнәлештә ҡануниәтте камиллаштырыу ҡаралған.

Һуңғы ваҡытта киберспорт буйынса сараларҙың күпләп уҙғалырыуы ҡыуандыра, Өфөләге турнир айырыуса иғтибарға лайыҡ. Ойоштороусылар төбәктә компьютер спортын популярлаштырып, берҙәм социаль йәштәр майҙансығы булдырыуға баҫым яһаған. Төп маҡсат – киберспортты коммуникация сараһы булараҡ ҡулланыу. Мин был йүнәлештәге эште хуплайым.

Әмир Хәмитов, Дәүләт Думаһы депутаты
Фото №1 - Өфөлә республика киберспорт лигаһының йәштәр турниры ойошторолдо

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ