Башҡортостандың бәләкәй ҡалалары төҙөкләндерелә башланы

«Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре төҙөкләндереү эштәрен башлаған. Былтыр Түбәнге Новгородта үткән конкурста республиканың алты ҡалаһы еңеү яулай. Федераль бюджеттан Бәләбәйгә – 90, Туймазы, Күмертау һәм Бөрө ҡалаларына – 70, ә Межгорье менән Стәрлетамаҡ ҡалаларына 50 миллион һум аҡса бүленә.

Был сумма йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн ҡулланылырға тейеш. Ремонт барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

Сүкеш һәм йөк машиналарының тауыштары бер көнгә лә туҡтамай. Күмертау үҙәгендә күләмле реконструкция эштәре йылдам бара. Ҡаланы төҙөкләндереү проектына ҙур мәғәнә һалынған. Күмертау – шахтерҙар ҡалаһы ғына түгел, авиация сәнәғәтен үҫтереүсе биләмә лә. Йәмәғәт киңлеге Күмерселәр һарайы алдынан башланып, Ленин, Карл Маркс урамдары буйлап үтә һәм «Ка-26 вертолеты» һәйкәле майҙанында тамамлана. Концепцияға ярашлы, ергә түшәләсәк плитәләрҙә Күмертау ҡалаһы тарихының мөһим ваҡиғалары һәм кешеләре тураһында мәғлүмәт тә тупланасаҡ.

Биләмәне бер нисә өлөшкә бүлеп төҙөкләндерәбеҙ. Быйыл Совет майҙаны менән Карл Маркс урамында ремонт эштәре бара, киләһе йыл Ленин урамына тотонасаҡбыҙ. Кире йоғонто алмаҫ өсөн тәү сиратта йыйылыҡ селтәрҙәрен һәм һыу торбаларын алмаштырабыҙ.

Олег Фролов, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы

Төҙөкләндереү проектының иң көтөп алған объекты – күмер киҫелешен хәтерләткән фонтан буласаҡ. Күмертауҙа йәмәғәт киңлеген төҙөү проекты былтыр «Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереүֿ» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип билдәләнә. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан 70 миллион һум аҡса бүленә. Ошо уҡ бәйгелә 300-ҙән ашыу заявка араһынан Бөрө, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Бәләбәй ҡалалары финанс ярҙам ала.

Тәү сиратта Бөрө ҡалаһын билдәләп үтер инем, уларҙың ике проекты финанс ярҙам алыуға өлгәште. «Оҫталар урамы»н эшләүҙән тыш, яр буйы ла төҙөкләндереләсәк. Был конкурсты алдағы йылдарҙа еңгән ҡалаларҙа барлыҡ төҙөкләндереү эштәре тамамланды.

Николай Ельников, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла яңы һулыш ала. Ашҡаҙар яры буйын төҙөкләндереү апрелдә башланған, әле эштәрҙең 20 проценты тамамланған. Бында заманса пляж, ял итеү урындары, балалар һәм спорт майҙансыҡтары сафҡа инәсәк. Тоҙ пристане биләмәнең биҙәгенә әйләнер тип көтөлә.

«Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү» программаһы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Федераль үҙәктән йәлеп ителгән аҡсаға яр буйҙарын, йәмәғәт биләмәләрен, күпер һәм юлдарҙы тәртипкә килтерергә мөмкин. Шуға күрә төрлө программаларҙа ҡатнашып, еңергә тырышабыҙ.

Илдар Әхмәтвәлиев, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026

Быйыл «Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн республиканан 7 ғариза бирелгән. Ул Ишембай, Мәләүез, Дүртөйлө, Яңауыл, Ағиҙел ҡалаларын, шулай уҡ Кушнаренко менән Верхотор ауыл советтарын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Конкурс һөҙөмтәләре 1 сентябрь иғлан ителә.

Фото №1 - Башҡортостандың бәләкәй ҡалалары төҙөкләндерелә башланы

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ