Быйыл Асҡын районында Төй йылғаһы аша күпер файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Асҡын районы Ҡашҡа ауыл биләмәһендә барған күләмле төҙөлөштәр тамамланыу алдында. Быйыл йәй файҙаланыуға тапшырыласаҡ социаль объекттар араһында Төй йылғаһы аша капиталь күпер ҙә бар. Әлеге ваҡытта уның өҫкө ҡатламына асфальт һалына, яҡын көндәрҙә ике яҡтан ныҡлы тимер таяуҙар ҡороласаҡ.

Быға тиклем Бәләкәй Ҡашҡа, Яңы Сөйөш, Гөмбә ауылдары халҡы Ҡашҡалағы табип амбулаторияһына, аҙыҡ-түлек магазиндарына Әмир ауылы аша урау юлдан йөрөһә, тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ социаль объект юлды тиҫтәләрсә саҡрымға яҡынайтыр тип күҙаллана.

Ҡашҡа ауылы биләмәһендә республика төҙөкләндереү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Биш ауылды үҙ эсенә алған территорияла стела ҡуйылған, тирә-яғы таҙартылып, кәртәләнеп, шишмәләргә яңы һулыш бирелгән. Урманлы төбәктә тәбиғәт һәм хужалыҡтарҙа янғындарҙы булдырмау өсөн дә шарттар тыуҙырыла.

Хөкүмәт тарафынан бүленгән янғын һүндереү техникаһы өсөн йылы гаражға нигеҙ ҡорола. Ауылдың мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт башланған. Әлеге ваҡытта пластик тәҙрәләр ҡуйыла, түбә, иҙән, түшәм, йылытыу һәм электр селтәрҙәре тулыһынса яңыртыласаҡ.

Фото №1 - Быйыл Асҡын районында Төй йылғаһы аша күпер файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ