Башҡортостан йәштәре «Вверх» мобиль ҡушымтаһында уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашып «Берҙәм Рәсәй» партияһынан ҡиммәтле бүләктәр ота ала.
Был хаҡта төбәктең юғары уҡыу йорттары ректорҙары советында әйтелде. Федераль ҡушымта ярҙамында республикала йәшәүсе йәштәрҙе йәмәғәт – социаль тормошҡа йәлеп итеү маҡсаты тормошҡа ашырыла.
Ҡушымтала эко-челлендждар, Башҡортостандағы тәбиғәт ҡомартҡылары янында фотоға төшөү һәм башҡа конкурстар уҙғарыла. Сәләмәт тормош алып барыу, патриотик тәрбиә йүнәлештәренә лә өҫтөнлөк биреләсәк. Конкурстың тәүге этабы 15 авгусҡа, икенсеһе 15 октябргәсә дауам итә һәм еңеүселәре билдәләнәсәк.
Рәмилә Исмәғилева




