Сипайлово биҫтәһендәге йорттарҙың береһендә эҫе һыу торбаһы ярылған

Торбанан күргән михнәт... Башҡортостан юлдаш телевидениеһына Өфөнөң Баязит Бикбай урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр мөрәжәғәт итте. Бинала бер нисә ай дауамында эҫе һыу торбалары шартлай. Зыян күләме ҙур суммалар менән баһалана. Кешеләр уңайһыҙ шарттарҙа йәшәргә мәжбүр. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Был кадрҙар ҡурҡыныс төштө хәтерләтә. Ике йыл элек кенә эшләнгән ремонттың бөгөн әҫәре лә юҡ. Хәҙер фатирҙа иҙәндәр аҡтарылған, түбә һәм стеналарға ҡарап йөрәк әрней. Был күренештең төп сәбәпсеһе – йорттағы эҫе һыу торбаларының шартлауы. Ул саҡта фатир мунсаны хәтерләтә ине, ти Алина Ваһапова.

Торба таңғы алтыла шартланы. Беҙ үҙебеҙ көскә фатирҙан сығып ҡотолдоҡ. Ишек дымдан бүртеп сыҡҡайны. Дипломым, сит ил паспортым, башҡа документтарым юҡҡа сыҡты. Ҡышҡы йылы әйберҙәр әрәм булды.

Алина Ваһапова

Алинаның фатирында ғына торба быйыл ике тапҡыр шартлаған. Бәлә йыл башынан даими рәүештә ҡабатланып тора. Тиҫтәләп кеше зыян күргән. Эксперттар тикшереүенән һуң, йортта махсус нығытылған торба ҡулланылмауы асыҡлана.

Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында йортто хеҙмәтләндереүсе 59-сы торлаҡ-файҙаланыу идаралығына мөрәжәғәт иттек. Әммә унда беҙҙе икенсе ведомствоға йүнәлттеләр.

Ғәҙеллек эҙләп «Сипайловский» торлаҡ хужалығы идаралығына юлландыҡ. Беҙҙең һорауҙарға бында ла яуап биререгә теләмәнеләр. Етәкселәр ҙә, баш бухгалтер ҙа эш урынында юҡ. Шулай ҙа идаралыҡ етәксеһе менән бәйләнешкә сыға алдыҡ. Уныһы ла телефон аша...

Тимәк, торбаларҙы йортта йәшәүселәр үҙ аҡсаһына алмаштырырға тейеш. Капиталь ремонтты тик Төбәк операторы аша ғына эшләп була. Уныһын да тик икенсе йылға... Беҙ ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп барасаҡбыҙ.

Фото №1 - Сипайлово биҫтәһендәге йорттарҙың береһендә эҫе һыу торбаһы ярылған

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ