Башҡортостанда Рәсәйҙә етештерелгән протездарҙың презентацияһы үтте

Сит илдә эшләнгән протездарҙың сифатлы аналогының хаҡы 30 процентҡа тиклем арзаныраҡ килеп сыға. Предприятие етәкселеге йылына 5 мең протез етештерә башларға ниәтләй. Башҡортостанда йәшәүселәр тубыҡтар модулен бушлай юллай алыр тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Данил Левченконың аяғына бәләкәй сағында уҡ ампутацияланған. Егеттең физик мөмкинлектәре сикләнһә лә ул хоккей, теннис менән шөғөлләнергә ярата. Протез етештереү буйынса Рәсәй компанияһы һынауҙар үткәреү өсөн Данилды саҡырған, сөнки ҡоролманың техник торошон әүҙем, күп хәрәкәт иткән егет баһалай ала.

Башҡортостанда протездар презентацияһын үткәреүсе предпритятие «Cколково» инновация үҙәге резиденты булып тора. Рәсәйҙә дүрт йыл элек эшләй башлаған ойошма мөмкинлектәре сикләнгән 300 кеше өсөн протез етештергән. Титан һәм алюминийҙан яһалған ҡулайлама республика ҡулланыусыларына тәҡдим ителәсәк тип күҙаллана.

Сәнәғәт кимәлендә протездар Германия һәм Исландия аппараттарының аналогы булып тора. Продукцияны етештереү өсөн Рәсәй материалдары ҡулланыла. Протезды үҙебеҙҙә етештереү 30 процентҡа арзан килеп сыға. Заманса аппараттарҙың хаҡы 120 мең һумдан башлана.

Фото №1 - Башҡортостанда Рәсәйҙә етештерелгән протездарҙың презентацияһы үтте

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ