Республика Башлығы Радий Хәбиров фән мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан фәндәр академияһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда ғилми ойошманың былтырғы эш һөҙөмтәләре һәм киләсәккә үҫеш стратегияһы ҡаралды. Башҡортостан фәндәр академияһы президенты Камил Рамазанов әйтеүенсә, ғалимдар Евразия фәнни-мәғариф үҙәге эшмәкәрлегенә әүҙем ҡушылды. Бындай хеҙмәттәшлек милли проекттар, грант программаларында ҡатнашыу өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Фәнни-мәғариф үҙәге менән берлектә файҙалы ғилми тикшеренеүҙәр үткәрергә, белем биреү программаларын уңышлыраҡ тормошҡа ашырырға була.

Фото №1 - Республика Башлығы Радий Хәбиров фән мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ