Өфөлә бөгөндән электр транспортында йөрөү хаҡы арта. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡулаҡса йәки банк картаһы менән иҫәпләшкәндә, билет 25 һум була. “Алға” транспорт картаһын ҡулланыусылар 22 һум түләй. 1 июлдән илдә коммуналь тарифтар артты. Башҡортостанда ул 4,4 процентҡа ҡиммәтләнә.







