Башҡортостанда ауылдар һәм ҡалалар алкоголь һатыуҙы сикләй ала. Республика парламенты ултырышында Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы биләмәһендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон ҡабул ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева әйтеүенсә, һәр ауыл парламентҡа мөрәжәғәт итеп алкоголь һатыуҙы сикләү йәки тулыһынса тыйыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.







