Республикала милли проект буйынса 600 мең квадрат метр майҙанда торлаҡ төҙөлә

Республикала милли проект буйынса 600 мең квадрат метр майҙанда торлаҡ төҙөлә. Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 ҡала биләмәләрендә 68 ер участкаһы бүленгән. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса Өфөлә төҙөлөш өсөн 20 биләмә тәҡдим ителгән. Өфө районында – 15, Ағиҙел һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында 9-ар ер участкаһы торлаҡ төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнә. Биләмәләрҙе асыҡ кадастр картаһында ҡарарға була.

Фото №1 - Республикала милли проект буйынса 600 мең квадрат метр майҙанда торлаҡ төҙөлә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ