Башҡортостан 2023 йылда Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең юбилей форумын ҡабул итә

9-сы форум иһә бөгөн Белорусияның Гродно ҡалаһында бара. Сарала Республика башлығы ла ҡатнаша.

Радий Хәбиров форумда сығыш яһап, киләһе осрашыуҙың Башҡортостан ерлегендә ойошторолоуын билдәләне. «Ике ай элек ошо һорау менән Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенкоға мөрәжәғәт иткәйнек. Беҙҙең тәҡдим хуплау тапты. Барығыҙҙы ла Өфөлә көтәбеҙ, форумды ҡабул итеү оло яуаплылыҡ», – тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров бөгөн форум сиктәрендә Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән Беларусь Республикаһы Советы рәйесе Наталья Кочанованың осрашыуында ҡатнашты. Төбәк етәкселәре яҡтар араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлектее киңәйтеү, Союздаш субъекттарҙың гуманитар бәйләнештәрен нығытыу юлдары хаҡында фекер алышты.

Белорусия Советы рәйесе санкция баҫымы шарттарында милли иҡтисадты нығытыу мөһимлеген һәм был форумдың оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Ошо йылдар эсендә форумда 400 килешеү һәм 2 мең контракт ҡабул ителгән, тине Наталья Кочанова.

Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко билдәләүенсә, йылдан-йыл төбәктәр араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлек нығый. Әгәр элек форумда сик буйы төбәктәре етәкселәре генә ҡатнашһа, хәҙер бар төбәктәр ҙә йыйыла. Быйыл Рәсәй менән Белорусия төбәктәре араһында 28 килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡаралған.

Фото №1 - Башҡортостан 2023 йылда Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең юбилей форумын ҡабул итә

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ