Яңыраҡ ошо туралағы закон ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, ике ойошма араһындағы документтар хәҙер ҡағыҙ ҡулланылмайынса, почта, курьер хеҙмәтен файҙаланмай ғына башҡарыла.
Электрон документ әйләнеше проекты май айынан Өфөнөң "Аркада" сауҙа комплексында урынлашҡан Күп функциялы үҙәктә һынау үтә һәм уңышлы тип баһалана. Үҙгәрештәр күсемһеҙ милекте теркәү, уны кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм комплекслы процедураларға ҡағыла.
Законға ярашлы, бөгөндән башлап документтарҙы почта аша ебәреү мөкин түгел. Белгестәр фекеренсә, яңы формат халыҡ өсөн бик уңайлы. 2021 йылда Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре теркәүгә һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыуға 445 меңдән ашыу документ ҡабул иткән.
Быйыл ғинуарҙан алып 132 мең тирәһе документ тапшырылған. Росреестр мәғлүмәттәре буйынса республика халҡынан бер айҙа ғына 26 мең документ алына.
Рәмзиә Кәримова







