Баймаҡ районы Аҡморон ауылында ете йорт зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә догазификация программаһы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, тораҡ пунктҡа тиклем һуҙылған торбанан кеше йәшәгән биләмә сигенә газ бушлай һуҙыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.  

Районда шәхси йорт биләмәһенә тиклем бушлай газ программаһына ярашлы эштәр әүҙем бара. Аҡморон ауылына зәңгәр яғыулыҡ 20 йыл элек килеп етә. Әммә ике урам уға тоташтырылмай ҡала. Бер ауылда йәшәп тә, кемдер газ тотоноп рәхәтләнһә, бәғзеләр аш‐һыу өсөн район үҙәгенән баллондарға тултырылғанын ташый, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү менән мәшғүл була. Сибәр Юнысбаева ла, ниһәйәт, зәңгәр яғыулыҡ ҡулланасаҡ.

Аҡморон ауыл биләмәһендә 5 ауыл ҡарай. Шуларҙың 4‐һе был программа буйынса газ менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Ер биләмәләренә тиклем газ торбалары бушлай һуҙылһа, ҡулланыусы өйөнөң эсенә газ үткәреү һәм кәрәкле ҡорамалдар ү һатып алыуҙы үҙ иҫәбенә башҡара. Газ сервис ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре ҡаҙанлыҡ, газ плитәһен зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырғандан һуң, йорт хужаларына уларҙы дөрөҫ ҡулланыу буйынса инструктаж үткәрә.

Программаға ярашлы райондың тағы ла 14 ауылы зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителәсәк. Ер учаскаһына газ үткәреү 2022 йылдың аҙағына тиклем дауам итә. Ауылда халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу, йәшәү кимәлен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү – программаның төп бурысы.

Фото №1 - Баймаҡ районы Аҡморон ауылында ете йорт зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ