Бөгөн илдә хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө

Ошо уңайҙан Өфөлә «Ҡайғырыусы әсә» һәйкәленә локаль бәрелештәр ветерандары сәскә һалды. Улар тантаналы йыйылышҡа республика төбәктәренән килгән. Башҡортостанда 25 мең тирәһе хәрби хәрәкәттәр ветераны йәшәй.

Афған, Чечен һуғышын үткән ир-егеттәр йәш быуынды патриотик тәрбиәләүгә өлөш индерә. Һуңғы ваҡытта Донбасҡа гуманитар ярҙам илтеүҙә ҡатнаша.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө 2009 йылдан Башҡортостан ҡала-райондарында ла билдәләнде. Иглин районының Еңеү паркында ветерандар, юнармия сафындағылар яу ҡырында ятып ҡалғандарҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйеп бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Фото №1 - Бөгөн илдә хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ