Солтанбәк ауылында йәшәүсе Данис Суфиянов районда үткән «Инвестиция сәғәте»ндә ҡатнашҡан, агротуризм һәм сәләмәтләндереү йүнәлешендә яңы проект тәҡдим иткән. Проект авторы менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.
Данис Суфиянов Солтанбәк ауылында, боронғо ата-бабалары нигеҙендә донъя көтә. Ишле ғаиләлә балалар атай тәрбиәһе алһын, тулы ғаиләлә үҫһен өсөн себергә йөрөп вахта менән эшләүҙән дә ваз кискән. Етди уйланғандан һуң тыуған ауылында эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, туризмды бөтөнләй яңы йүнәлештә үҫтерергә тигән фекергә килгән.
Данис Суфиянов Төй йылғаһы буйындағы дүрт гектар ерҙе 49 йылға ҡуртымға алған. Әммә һыу һаҡлау зонаһы булған ерҙә агро һәм һауыҡтырыу туризмын үҫтерергә теләүсе бында биналарҙы ныҡлы нигеҙгә ҡора алмаясаҡ, мобиль йорттар ғына ҡора аласаҡ. Әммә ул маҡсатынан тайпылырға теләмәй. Сөнки районда халыҡты сәләмәтләндереүгә «Еҫле шишмә» кеүек тәбиғәт шифаһы етәрлек.
Ул ғына ла түгел, хатта түшәктә ятҡан ҡарттарҙың был шифалы һыуҙы ҡулланып, аяҡҡа баҫҡаны, ғүмер өҫтәлеүе хаҡында әллә күпме тарих телдән-телгә күсеп йөрөй.
Сәләмәтлекте нығытыуҙан тыш, Солтанбәктә йәйәүле, һыу туризмын үҫтереү мөмкинлеге лә киң, ти геройыбыҙ. Шәп ағымлы Сарыс йылғаһында кәмәләрҙә ағып төшөү, 24 ҡаттан торған Таш соҡор мәмерйәһенә, өс йылға: Ҡариҙел, Сарыс, Төй ҡушылған урында Ыйыҡташ ҡаяһына сәйәхәт... Үҙенсәлекле проект Асҡын районы хакимиәтендә үткән инвестиция сәғәтендә хуплау тапҡан.
Илдә килеп тыуған иҡтисади хәлдәргә бәйле, төбәктә туризм йүнәлешен үҫтереүҙә бизнес-проекттар бик үтемле. Асҡын районында ғына туризм йүнәлештә 6 проект ҡабул ителгән.
Кеше һаулығына шифаһы көслө булған «Еҫле шишмә» гә төшөү баҫҡыстары «Атайсал» программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Киләсәктә Данис Суфиянов һәм уның яҡташтары халыҡты һауыҡтырыу туризмы менән дә шөғөлләнергә ниәтләй.
Гүзәл Борханова




