Өфөлә «Сеньор» мәҙәни-ял үҙәге ҡабаттан ишектәрен асты

Үҙәк өлкән йәштәге кешеләрҙә баш мейеһе эшмәкәрлегенең боҙолоуын профилактикалау менән шөғөлләнә. Бының өсөн табип, педагог һәм психологтар 25 төрлө үҙенсәлекле дәрес программаларын төҙөгән. Пандемия һөҙөмтәһендә ябылған үҙәктең яңынан асылыу сараһына БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова шаһит булды.

«Сеньор» үҙәген өлкәндәр өсөн балалар лагеры тип сағыштырырға ла мөмкин. Иртәнсәк быуындар өсөн гимнастика, төшөн нейробика менән инглиз теле, ә кискеһен ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәресе. Мәҙәни-ял үҙәге бер йыл тынлыҡтан һуң яңынан үҙ ишектәрен асты. Был юлы улар Өфө үҙәгендә урынлашҡан.

Вальс, заманса бейеүҙәр, зумба өйрәнә торғайныҡ. Ябылғас, күңелһеҙ булды. Аҙна һайын беҙҙең чатта ремонт эштәренең барышы менән таныштырып торҙолар. Яңы үҙәктә шулай уҡ бейеү һәм йога дәрестәренә йөрөйәсәкмен.

Мария Герасимова

Әлбиттә, ҡан баҫымын үлсәп, дарыуханаға йөрөүгә ҡарағанда яңы йыр-бейеүҙәр өйрәнеү күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Бының өсөн ғәҙәттәрҙе үҙгәртеү талап ителә. Бер нисә дәрестән һуң, сеньор һәм сеньориталарҙың кәйефе күтәрелә, йөҙҙәрендә йылмайыу, күҙҙәрендә осҡон сағыла башлай.

«Сеньор» мәҙәни-ял итеү үҙәге 2019 йылда асыла, ләкин пандемия сәбәптәре дәрестәрҙе туҡтатырға мәжбүр итә. Элекке бинаға ҡарағанда яңыһы күпкә ҙурыраҡ. Тимәк, дәрестәргә лә күберәк кеше йөрөй аласаҡ. Теләүселәр һаны ла бер йыл эсендә 200-ҙән мең кешегә артҡан. 55, 65, 75 йәштән өлкәндәр өсөн өс төркөм булдырылған. Педагогтар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы ла бар. 25 йылға яҡын Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы булып эшләгән Алһыу Шәфиғуллина хәҙер бейеү һәм йога дәрестәрен алып бара.

«Сеньор» пенсия йәшендәгеләрҙең осрашыу урыны ғына түгел, баш мейеһе өсөн фитнес-үҙәк тә. Төп маҡсат – деменция менән көрәшеү. Бейеү, һынлы сәнғәт кеүек дәрестәр баш мейеһендә яңы нейрон бәйләнештәрен булдырырға ярҙам итә. Бер йыл тынлыҡ осоронда тәрбиәләнеүселәр менән бәйләнеш өҙөлмәй. Аҙна һайын тиерлек республика буйлап бер көнлөк сәйәхәттәр ойошторола.

Өлкән йәштәге кешеләр менән генә түгел, уларҙың балалары менән дә һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Айырым төркөмдә ата-әсәләренең уңыштарын, видео һәм фотоһүрәттәрен һалып барабыҙ. Шулай уҡ үҙ тәҡдим-теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, кәрәк булған саҡта дауаханаға йүнәлтәбеҙ.

Кристина Недорезова, «Сеньор» мәҙәни-ял итеү үҙәге директоры

Өфөлә ҡабаттан эшләй башлау менән «Сеньор» үҙәге киләсәккә маҡсаттар ҡуя. Яҡын арала Стәрлетамаҡ һәм Калининград ҡалаларында мәҙәни-ял итеү үҙәген асыу күҙаллана. Шулай уҡ ихтыяж Санкт-Петербург ҡалаһында ла бар. 

Фото №1 - Өфөлә «Сеньор» мәҙәни-ял үҙәге ҡабаттан ишектәрен асты
Выборы 2026

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ