Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың китабы Санкт-Петербургта уҙған бизнес һәм власть вәкилдәре осрашыуында иғтибарға алынды. Йыйынтыҡ Андрей Назаровтың шәхси тәжрибәһенә таянып яҙылған.
Йүнселдәр һәм власть даирәләре төньяҡ баш ҡалала халыҡ-ара хоҡуҡи форум сиктәрендә ойошторолған иртәнге эшлекле ашта осрашты. Улар тарихи тәжрибәгә нигеҙләнеп, төрлө кимәлдәге хакимиәт органдары менән эшҡыуарҙар араһында мөнәсәбәт мәсьәләләре һәм киләсәккә бурыстар тураһында фекер алышты.
Рафиҡ Әхмәтшин




