Башҡортостанда коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә

Был турала республика һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерә. “Эпидемиологик хәл яҡшырыуға ҡарамаҫтан, сирҙең яңы тулҡынына әҙерләнәбеҙ. Ул миҙгелле грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһының башланыуына бәйле”, - тине ведомство етәксеһе. 

Һуңғы айҙа ауырыусылар 30 процентҡа кәмегән, халыҡты вакцинациялау һәм ҡайтанан прививкалау буйынса Башҡортостан  илдә өсөнсө урында килә.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ