Республикала һалым хеҙмәтенең күсмә офисы эшләй башланы

Уның тәүге туҡталышы итеп «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙан һайлана. Бында мөрәжәғәт иткән һәр кем һалым һәм йыйымдар тураһында ғәмәлдәге ҡануниәт, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең мнтернет-сервистары мөмкинлектәре һәм ҡаҙна алдында бурыстың булыу-булмауы тураһында мәғлүмәтте асыҡлай ала.

«Мобиль һалым офисы» артабан баш ҡала буйлап йөрөйәсәк. Уның маршруты менән Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының рәсми сайтында һәм экранда күрһәтелгән телефон һандары аша белешергә мөмкин.

Фото №1 - Республикала һалым хеҙмәтенең күсмә офисы эшләй башланы

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ