Боден күле өҫтөндәге фажиғәгә 20 йыл. 2002 йылдың 2 июленә ҡарай төндә Өфөнән Испанияға ялға осҡан балалар менән самолет Германияла Боден күле өҫтөндә һәләкәткә осрай. Диспетчер ғәйебе арҡаһында, “Башҡортостан һауа юлдары” авиакомпанияһының ТУ-154 лайнеры “Боинг” йөк самолеты менән бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән, 52 баланың ғүмере өҙөлә. Аҫылғужиндар ғаиләһе улдарын – Илдарҙы юғалта. “Был көндән беҙҙең тормош икегә бүленде”, тип хәтерләй Илдарҙың әсәһе Дамира Аҫылғужина.
Аяныслы ваҡиғаға бәйләп тиҫтәгә яҡын фильм төшөрөлгән. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Күл янындағы өй” тигән документаль таҫмаһы, башҡа картиналарҙан ҡырҡа айырылып тора. Фильмдың авторы Гөлназ Ғәлимуллина һөйләй.
Авиаһәләкәт булған Юберлинген ҡалаһы янында һәйкәл ҡуйылған. Ул “Өҙөлгән ынйы теҙмәһе” тип атала. Өфөләге Көньяҡ зыяратта фажиғәлә һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориаль комплекс бар. Бөгөн бында хәтер сараһы уҙҙы.







