Республика белгестәре әҙерләгән виртуаль инвестиция турҙары илдә иң яҡшыһы тип табылған. Стратегик башланғыстар агентлығы Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы тәжрибәһен юғары баһалаған. Ул “Смартека” тигән сервисҡа индерелгән. Виртуаль сәфәр ярҙамында ирекле инвестиция майҙансыҡтары менән компьютер йәки смартфон экраны аша ла ентекле танышырға була. Әле белгестәр 160 майҙансыҡ буйлап 130 тур әҙерләгән.







