Башҡортостанда сәнәғәт, сауҙа һәм төҙөлөштә яҡшы күрһәткестәр һаҡлана. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Стратегик комитет ултырышын үткәрҙе. Быйыл 5 айҙа сәнәғәттә етештереү 6 процентҡа, сауҙа – 3, төҙөлөш 19 процентҡа күберәк булған. Инвестиция йәлеп итеү күрһәткесе лә былтырғы осор менән сағыштырғанда юғарыраҡ. Стратегик план буйынса 2024 йылға төбәк тулайым продукты 2 триллион ярым һум булырға, уртаса эш хаҡы 50 мең ярым һумға етергә тейеш.




