Бөгөн Липецк өлкәһендә “Тербун сиге. 1942 йылдың эҫе йәйе” тигән төбәк-ара хәрби-тарихи фестивале башлана. Унда Башҡортостандан Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендәге “Любизар” хәрби-тарихи клубы ағзалары ҡатнаша. Тарихи реконструкцияла башҡорт тоҡомло аттарҙа сығыш яһайҙар. “Фестивалдең маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең тарихи дөрөҫлөгөн һәм иҫтәлеген һаҡлау”, - ти Илдар Шәйәхмәтов.







