Башҡортостан мәктәптәрендә боксҡа өйрәтәләр. Яңы уҡыу йылынан республикала яңы проект һынау үтә. Спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй бокс федерацияһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Уға ярашлы, “Мәктәптәргә бокс” программаһы 1 сентябрҙән Өфө, Күмертау, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Белорет һәм Стәрлетамаҡ райондарында тормошҡа ашырыла башлай.




