Быйыл 5 айҙа “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырыштарында 17 миллиард һумға 1 мең 300-ҙән ашыу проект ҡаралған. Район һәм ҡалаларҙа эшҡыуарҙар ярҙамында 4 мең 600-ҙән ашыу эш урыны булдырылған. Республикала бизнес менән шөғөлләнеүселәр артыуы күҙәтелә. Әле 130 мең ярым бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаһы иҫәпләнә. Үҙмәшғүлдәр ҙә күбәйә. Әле 90 меңдән ашыу кеше ошондай статусҡа эйә.




