Башҡортостанда йәш эшҡыуарҙар 500 мең һумғаса грантҡа эйә була ала. Конкурста 25 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша. Төп шарт - йәш эшҡыуар махсус курс үткән булырға тейеш. Грант аҡсаһын бинаны ҡуртымға алыу йәки ремонтлау, ҡорамалдар һатып алыу, франшиза, коммуналь хеҙмәттәр түләү өсөн тотонорға мөмкин. Заявкалар 15 июлгә тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр итәләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.







