Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте “ковид” сикләүҙәрен ғәмәлдән алыу тураһында белдерҙе. Был мәғлүмәт ведомствоның рәсми сайтында донья күрҙе. Уға ярашлы, дөйөм туҡланыу предприятиеларының эш тәртибе пандемияға тиклемге осорға кире ҡайта, битлек режимы туҡтатыла. Әммә “ковид-19” менән сирләүселәр күбәйеп китһә, сикләүҙәрҙең яңынан индерелеүе мөмкин. Июнь башында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала мотлаҡ битлек йөрөтөү тәртибен ғәмәлдән алыу тураһында Указға ҡул ҡуйғайны.




