Ҡырҡ биш йәшлек ҡатын параплан менән ҡолап төшкән

Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн Дәүләкән районы Комсомол ауылы эргәһендә теркәлгән. Билдәһеҙ сәбәп менән осоу ҡоролмаһы яҡынса 5 метр бейеклектән ергә ҡолай.

Бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә 1977 йылғы ҡатын зыян күрә. Умыртҡа һөйәген йәрәхәтләгән парапланерист тиҙ ярҙам машинаһы менән Өфөгә оҙатылған. Әле ул 21-се ҡала клиник дауаханаһына һалынған.

Фото №1 - Ҡырҡ биш йәшлек ҡатын параплан менән ҡолап төшкән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ