Бөгөн Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 20 йыл тулды

2002 йылдың 2 июленә ҡараған төндә Башҡортостандан Испанияға осҡан самолет Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Диспетчерҙарҙың ғәйебе һөҙөмтәһендә «ТУ-154» лайнеры «Боинг» йөк самолеты менән бәрелешә. Ҡот осҡос фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә. Авария ҡорбандарының күбеһе Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән. Бөгөн мемориал янына һәләк булғандарҙың иң яҡын кешеләре йыйылды. Улар ҡәберҙәргә сәскә һалып, мәрхүмдәрҙең рухына аят уҡытты.

Мәрмәр плиталарҙа балаларҙың тормошҡа йылмайып ҡараған йөҙҙәре... Теүәл егерме йыл элек уҡыу алдынғылары, республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиада еңеүселәре дәртләндереү сараһы булараҡ Барселонаға путевка менән бүләкләнә. Әммә диспетчер хатаһы тиҫтәләгән яҙмышҡа нөктә ҡуя... Өфөләге зыяратта «2937» рейсында осоп, Германия күгендә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡты рухына доғалар ҡылынды. Йәш пассажирҙар исемлегендә Ирина Юлдашбаева ла була.

Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттән һуң Өфөнөң Көньяҡ зыяратында һәләк булыусылар иҫтәлегенә стела ҡуйыла. Композицияның аҡ һәм ҡара мәрмәрҙән яһалыуы осраҡлы түгел. Фажиғәгә тиклем һәм фажиғәнән һуңғы тормош күрһәтелә. Һәр ғаиләгә оло ҡайғы килә. Һауаға күтәрелгән алтын самолеттар – өҙөлгән бала саҡ билдәһе.

2002 йылдың 1 июленән икеһенә ҡараған төндә Германия күгендә ике самолет бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 71 кешенең, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә. Владимир Савчук тотош ғаиләһен – улын, ҡыҙын һәм ҡатынын юғалта... Егерме йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, йөрәк һыҙланыуҙары дауам итә.

Оло фажиғәнән һуң Владимир Савчук ике тапҡыр атай була. Бөгөн улы һәм ҡыҙы һәләк булған балаларының исемдәрен йөрөтә – Вероника һәм Владислав. Йәшәүгә өмөт уятыусылар... Хәтер сараһына «Ту-154» лайнеры экипажы туғандары ла тулы составта килгәйне... Зыяратта самолет менән идара итеүселәр иң алғы һыҙыҡта ерләнгән. Икенсе пилот Морат Этҡолов һөнәрен бик яратҡан, осраҡлы рәүештә генә рейсҡа эләккән.

Мемориаль комплекс янында авиаһәләкәттә һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Бар республика халҡы өсөн уртаҡ ҡайғы...

Хәтер сараһында немец бард-башҡарыусыһының авиаһәләкәткә арнап ижад иткән йыры яңғыраны. Яҡындарын юғалтыусыларға беҙ һеҙҙең менән бергә, дуҫлыҡ күпере мәңгелек, тип өндәшә ул. Әйткәндәй, һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу саралары Германияла ла ойошторолған. Юберлинген ҡалаһы эргәһендәге авиаһәләкәт урынында ҡуйылған «Өҙөлгән ынйы теҙмәһе» мемориаль комплексына гөлләмәлләр һалына.

Өфөлә лә Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә һәләк булыусыларҙың исемдәре әйтелеп, һауаға бер-бер артлы аҡ шарҙар осоролдо. Ҡәберҙәр һәм мемориаль комплесҡа сәскәләр һалынды. Шәмдәр яндырылды...

Фото №1 - Бөгөн Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 20 йыл тулды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ