Өфөнөң 8 март ҡасабаһында күсмә диспансеризация ойошторолдо

Сәләмәтлек һағында. Өфөнөң 8 март ҡасабаһында күсмә диспансеризация ойошторолдо. Урындағы халыҡ биләмәнән алыҫ китмәйенсә табиптарға мөрәжәғәт итеп, тикшереү үтә алды. Пациенттарҙы терапевтан тыш тар йүнәлешле белгестәр ҙә ҡабул итте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Табип кабинеты урынына – асыҡ һауала ҡабул итеү. 8 март ҡасабаһында ойошторолған диспансеризация сиктәрендә поликлиника шарттары булдырылған. Урындағы халыҡ табиптарға мөрәжәғәт итеп, һаулығын тикшертә ала.

ЭКГ, анализдар тапшырыу өсөн палаткаларҙа медицина ҡоролмалары урынлаштырылған. ЛОР, гинеколог, невролог, ортапед, окулист кеүек табиптар Өфөнөң 5-се дауаханаһынан килеп пациенттарҙы ҡабул итте.

Күсмә медицина пунктында сәғәтенә 50-гә яҡын пациент ҡабул ителде. Мобиль дауахананың эше республиканың башҡа район ҡалаларында ла ойошторола. Табиптарҙың ҡабул итеү графигы буйынса ентекләбрәк Һаулыҡ һаҡлау минситрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Фото №1 - Өфөнөң 8 март ҡасабаһында күсмә диспансеризация ойошторолдо

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ