Баймаҡ ҡалаһының Урал Аръяғы агро-сәнәғәт колледжында ауыл хужалығына кәрәкле белгестәрҙе әҙерләп сығарыусы уҡыу йорто. Быйыл 8 төркөмдән 126 студент ҡулына диплом алды. Уларҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжында 10 айлыҡ курстарҙан алып, 3 йыл да 10 айға тиклем белем биргән уҡыу бүлектәре бар. Колледж автомеханик, трокторист ‐машинист, иретеп йәбештереүсе, тегенсе, ашнаҡсы, баҡсасы һәм башҡа кәрәкле һөнәр эйәләрен әҙерләп сығара. Быйыл уҡыу йортон тамамлаусы 126 студенттың 12-һе ҡулына ҡыҙыл диплом алды.
Шуныһы үҙенсәлекле, студенттарға бында бер нисә һөнәр алып сығыу мөмкинлеге бар. Улар өҫтәмә эшсе профессияға уҡып танытма ала. Колледж студенттары район һәм республика тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
Һөнәрле кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Йыл һайын Баймаҡ һәм Бөрйән, Әбйәлил райондарында Урғаҙа ауылдарында урынлашҡан колледж филиалдары 425 абитуриентты ҡабул итә. Был үҙ сиратында һуңғы йылдарҙа эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж артыуын дәлилләй.




