Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған сараға республика район-ҡалаларынан үҙешмәкәр гармунсылар йыйылды. 15 конкурсант икешәр әҫәр уйнап ишеттерҙе. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Бәйге тотор алдынан әҙерлек. Фәнил Мөфтәхов бала саҡтан гармун моңон ишетеп үҫһә лә, ҡулына уйын ҡоралын тәүге тапҡыр әрмелә булған саҡта ала. Казармала бергә йәшәгән һалдаттар тыуған яҡты һағыныу тойғоларын моңға һалып, баян, гармунда уйнай. Ошо ваҡыттан алып Фәнил Мөфтәхов йыр-моңдан айырылмай. «Уйна, мордва гармуны» фестивалендә ул Ауырғазы районының Семенкин ауылы данын яҡлай.
Ауырғазы районының Наумкин ауылында өсөнсө тапҡыр « Уйна, мордва гармуны» республика фестивале үтте. Сараға Шишмә, Бижбүләк, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Йәрмәкәй райондары, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаһынан гармун оҫталары, һәүәҫкәр ижади коллективтар йыйылды.
Байрам ваҡытында урындағы Мәҙәниәт йорто алды һабантуй яланын хәтерләтте. Сағыу костюмдар, моңло сығыштар барыһының да күңеленә тап килде. Ҡатнашыусыларҙы Дәүләт думаһы депутаты Динар Ғилметдинов сәләмләне, ул Наумкин ауылы мәҙәниәт йортона «Тула» гармунын бүләк итте. Шулай уҡ Омск, Кемеров өлкәләре, Алтай крайы һәм Севастополь ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар сараға айырыуса мәртәбә өҫтәне.
Һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар тарафынан яңғыраған моңдо тамашасылар сағәттәр буйына тыңларға әҙер ине. Конкурс сиктәрендә, ысын мәғәнәһендә, гармуға ғашиҡ оло һәм кесе йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре үҙ оҫталығын күрһәтте. 15 ҡатнашыусы рус, мордов, башҡорт, татар йырҙары һәм таҡмаҡтарын башҡарҙы.
Баһалама комиссияһы ағзалары билдәләүенсә, башҡарыусыларҙың оҫталығы һиҙелерлек күтәрелә бара, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең гармун уйнауға әүәҫлеге лә ҡыуаныслы. Был үҙ сиратында, гармун оҫталары араһында быуындар күсәгилешлеге һаҡланыуын аңлата. Быйыл 25 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Мордва милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе һүҙҙәренә, саралар шәлкеме бының менән генә тамамланмай.
Башҡортостанда 20 мең 300 мордва милләте вәкиле иҫәпләнә. Улар күпләп йәшәгән Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән Федоровка районында яҡын арала «Шумбрат» һәм «Ҙур мордва көнө» тип аталған саралар үткәреү күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова




