Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Башҡортостан спорт мәктәптәре етәкселәре һәм тренерҙары орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Наградалар 32-се Олимпиада һәм 2020 йылда Токиола уҙған 16-сы Паралимпия уйындарына спортсылар әҙерләгән һәм ярыштарҙа юғары уңыш яулаған өсөн тапшырыла. Бүләкләнеүселәр араһында Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ спорт мәктәптәре вәкилдәре бар.




