Федоровка районында малсылыҡ комплексын төҙөү проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә инде

Федоровка районында малсылыҡ комплексы төҙөү буйынса инвестиция проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә инде. Республика Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының ошондай бойороғо бар. Был турала Башҡортостан Үҫеш корпорацияһынан белдерәләр. Проект Федоровкала 11 мең баш малға иҫәпләнгән малсылыҡ комплексын төҙөүҙе күҙаллай. Ит продукцияһы Мәләүездәге эшкәртеү комбинатына оҙатыласаҡ. Инвестиция күләме 870 миллион һумдан ашыу. 65 эш урыны булдырыу планлаштырыла.

Фото №1 - Федоровка районында малсылыҡ комплексын төҙөү проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә инде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ