Башҡортостанда сауҙа үҙәктәре һалым түләүҙән бушатыла

Башҡортостанда сауҙа үҙәктәре һалым түләүҙән бушатыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында законға төҙәтмә индерелде. Ул июлдә көсөнә инә. Ҡуртым хаҡын күтәрмәгән сауҙа үҙәктәре һәм комплекстарға милеккә һалым түләмәҫкә рөхсәт ителә. Ҡанун ауылда урынлашҡан ҡулланыусылар йәмғиәте һәм союздары өсөн дә ғәмәлдә була, тип хәбәр итәләр Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.

Фото №1 - Башҡортостанда сауҙа үҙәктәре һалым түләүҙән бушатыла
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ