Башҡортостанда былтыр юл ремонты һәм төҙөлөшө өсөн 28,5 миллиард һум тотонолған

Башҡортостанда былтыр юл ремонты һәм төҙөлөшө өсөн 28,5 миллиард һум тотонолған. Республика Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев Рәсәй Транспорт министрлығы коллегияһы ултырышында ҡатнашты. Тармаҡта иң ҙур проекттар араһында Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшөн, Бөрйән районында Иҫке Собханғол – Мораҡ, Иглин – Кәлтә юлдарын асфальтлауҙы атап китергә була. Трассаларҙа 20 меңдән ашыу юл билдәһе, яҡтыртҡыстар, кәртәләр, светофорҙар ҡуйылған. Башҡортостан аша М-12 федераль трассаһының бер өлөшө үтә. Беҙҙең республикала 200 километр юл һалына. Ҡеүәтле төҙөлөштө проектлау быйыл башланды.

Фото №1 - Башҡортостанда былтыр юл ремонты һәм төҙөлөшө өсөн 28,5 миллиард һум тотонолған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ