Башҡортостан икенсе йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса ил төбәктәре рейтингында беренсе урында. Был турала бөгөн Екатеринбург ҡалаһында үткән «Иннопром» халыҡ-ара күргәҙмәһендә иғлан ителде.
10 килограммлыҡ еңеүсе кубогын Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров тапшырҙы. Был ҡаҙаныш республика етәкселегенең сәнәғәт үҫешен үҫтереүҙәге эҙмә-эҙлекле сәйәсәте һөҙөмтәһе, тип билдәләне Денис Мантуров.
Ике йыл рәттән ил төбәктәре араһында үткәрелгән сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урын яулау, Башҡортостанда башҡарылған системалы эш һөҙөмтәһе тигән ҡараш белдерҙе Радий Хәбиров. Төрлө ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, республикала сәнәғәт йылдам үҫешә. 2022 йылдың тәүге 5 айында тармаҡта 6 процент ярым самаһы үҫеш күҙәтелгән. Был һандар уртаса Рәсәй күрһәткестәренән күпкә юғары.
«Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе илдең төп индустриаль, сауҙа һәм экспорт майҙансығы. Унда яңы продукция сығарыу, технологияларҙы үҙләштереү өлкәһендә хәл иткес ҡарарҙар биреүгә һәләтле сәнәғәтселәр, төрлө илдәрҙең һатып алыусылар ҡатнаша.
Күргәҙмә майҙансығында бөгөн Башҡортостан башлығы бер нисә эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Шуларҙың береһе Төркиәнең сәнәғәт һәм технологиялар министры урынбаҫары Хәсән Бөйөкдәдә менән булды. Әңгәмә барышында Урал аръяғы инвестиция һабантуйында ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙе ғәмәлгә ашырыу һәм ике аралағы хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу тураһында фекер алышынды.




