Башҡортостандан Донбассҡа студенттар отряды юлланды

Йәш патриоттар. Башҡортостандан Донбассҡа студенттар отряды юлланды. Емерелгән һәйкәлдәрҙе төҙөкләндереүгә йәлеп ителәсәк дүрт егет Өфө тимер юл станцияһынан Донецк халыҡ республикаһына ҡуҙғалды. Бөрө кооператив техникумы студенттары ике ай дауамында Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан йыйылған төркөм составында зыян күргән объекттарҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнашасаҡ.

Беҙ егеттәр менән «Саур-Могила» һәйкәлен төҙөкләндереүҙә ҡатнашырға теләйбеҙ. Донецк халыҡ республикаһына барып еткәс, башҡа студенттар менән палаткалар лагерында йәшәп эшләйәсәкбеҙ. Үҙемде патриот тип иҫәпләйем, шуға ла акциянан ситтә ҡалмаҫҡа булдым.

Данил Сәғитов, Бөрө кооператив техникумы студенты

Рәсәй студент отрядтары Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын төҙөкләндереүҙә 2014 йылдан алып ҡатнаша. Ошо ваҡыттан алып йәштәр көсө менән тарихи объекттар тәртипкә килтерелгән. Донецк республикаһының Дмитровка ауылы эргәһендәге «Саур-Могила» һәйкәлен тәртипкә килтереү эшенә 36 студент йәлеп ителәсәк.

Ғорурлыҡ кисереп йәштәрҙе алыҫ юлға оҙатабыҙ. Ҡыйыу, ярҙамсыл, илһөйәр студенттарыбыҙ бар. Донецк халыҡ республикаһында төҙөкләндереү эштәренә йәлеп ителәсәк төркөмдәрҙе ойоштороу дауам итә.

Ирина Сухарева, Башҡортостан студент отрядтары хәрәкәте рәйесе
Фото №1 - Башҡортостандан Донбассҡа студенттар отряды юлланды

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ